Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Ноябрь 2020, 11:20

Коронавирустың яңы билдәһе мәғлүм

Ғалимдар ошо асышы нигеҙендә COVID-19-ға бәйле ниндәй яңы мәғлүмәттәр еткерә?

АҠШ-тың Массачусет штатындағы дөйөм профилле дауахана табиптары COVID-19 йоҡторған пациенттарҙа бик тә үҙенсәлекле сир билдәһен асыҡлаған.
Улар әйтеүенсә, бәғзеләрҙең тиреһендә даими үҙгәрештәр теркәлгән, ул билдәләр хатта кешеләр һауыҡҡас та бөтмәгән, бер нисә ай дауамында күҙәтелгән.
Һөҙөмтәлә коронавирусты өйрәнеүселәр COVID-19-ҙың меңдән ашыу тиреләге сағылыштарын өйрәнгән. 90 осраҡта кесерткән биҙгәге, әҫбе, сабыртмалар формаһындағы билдәләр уртаса 4-7 көн дауам иткән, һирәк осраҡта 28 көнгә еткән. Ҡаулы папулалы папулосквамоз сабыртмалар иһә ҡайһы берәүҙәрҙә 20 көндән алып 70 көнгәсә барлыҡҡа килгән.
Туңыу эҙемтәләрен хәтерләткән ҡул һәм аяҡ бармаҡтары шешенеүе яҡынса ун көн самаһы дауам иткән, шул уҡ ваҡытта алты осраҡта ул ике ай буйынса бөтмәгән, ә ике осраҡта 130 көнгәсә һуҙылған.
Ғалимдар фекеренсә, был һөҙөмтәләр коронавирус инфекцияһы тире сирҙәренең бығаса өйрәнелмәгән билдәләрен күрһәтә, бигерәк тә был аяҡ бармаҡтарына ҡағыла.
Шулай итеп, коронавирустың организмда оҙайлы елһенеү процестары тыуҙырыуы, төрлө ағзаларға тәьҫир итеүе ихтимал. Был осраҡта тире патологик процестарҙың индикаторы булып тора, кеше йүнәлгәс тә, 4-5 ай дауамында организмдың торошон күрһәтә.
Фото: gazeta.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: