Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Ноябрь 2020, 14:38

Заман зәхмәтен нисек еңергә?

Ковид-госпиталдә эшләгән Өфө табибы коронавирусты еңеүҙең биш алымын тәҡдим итте.

Ковид-госпиталдә эшләгән Өфө табибы коронавирусты еңеүҙең биш алымын тәҡдим итте.
Ул тәү сиратта беренсел медицина звеноһы өсөн дауалау алымдары һәм заманса тенденциялар буйынса аҙна һайын мотлаҡ онлайн-уҡыуҙар ойошторорға саҡыра.
Ҡаланың һәр биҫтәһендә анализдар ҡабул итеү буйынса мобиль пункттар булдырырға. Был эште башҡарыуға студенттарҙы ҡушырға мөмкин, әммә улар мотлаҡ шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителергә, минималь булһа ла хеҙмәт хаҡы алырға тейеш. Шулай уҡ антиесемдәргә бушлай ҡан анализы алыуҙы ойоштороу зарур, сөнки тап ошо алым етенсе тәүлектән һуң диагнозды раҫлай ала, ти табип.
Коронавирустан амбулатор (өй шарттарында) дауаланғандарға, бығаса булған сирҙәрен һәм нимәләр ярамағанын иҫәпкә алып, бушлай дарыуҙар биреүҙе ойоштороу.
Дәүләт дауаханаларындағы компьютер томографтарының ҡеүәтен һаҡлау маҡсатында шәхси клиникаларҙағы тикшереүҙәрҙе Мотлаҡ медицина страховкалауы иҫәбенә башҡарырға. “Пандемияны сәбәп итеп, аҡса эшләргә тырышырға ярамай”, - ти табип.
Шулай уҡ Глеб Глебов онлайн-консультация үҙәге ойошторорға тәҡдим итә. Унда ауырыуҙы еңел үткәргән кешеләр анализ һөҙөмтәләрен ебәреп, белгестәрҙнә кәңәш ала алыр ине. Был үҙ сиратында беренсел медицина звеноһына көсөргәнеште кәметәсәк.
“Беҙҙә битлектәр һәм ҡулды йыйыу мәсьәләһе генә яҡтыртыла, ә кешеләргә мәғлүмәт етешмәй. Шул саҡта ғына беҙ пандемияны еңә аласаҡбыҙ”, - тип яҙған табип социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: