Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Ноябрь 2020, 14:44

Өйгә мулла саҡырырға яраймы?

Кешеләрҙе коронавирусҡа бәйле йәмғиәттәге үҙгәрештәр һәм тәртиптәр ҡыҙыҡһындыра. Мәҫәлән, кафела мәрхүм туғандарҙы иҫкә алыу кисәһен үткәрергә буламы?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 93 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 10 956-ға етте. Һауыҡҡандар – 9886 (һуңғы тәүлектә 9 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 55. Бөгөн вафат булған пациентҡа килгәндә, ул – 69 йәшлек ҡатын, Әлшәй районынан. Ауыр хроник сирҙәренән яфаланғаны мәғлүм.
Башҡортостан стационарҙарында 226 кеше дауалана (шул иҫәптән 14 кеше ауыр хәлдә, икеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған). Амбулатор шарттарҙа – йәмғеһе 789 ауырыу.
Унан тыш, кешеләрҙе коронавирусҡа бәйле йәмғиәттәге үҙгәрештәр һәм тәртиптәр ҡыҙыҡһындыра. Мәҫәлән, Башҡортосnан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһенә Ишембай районынан Алла Волкова исемле ханым яҙған. Ул кафела мәрхүм туғандарҙы иҫкә алыу кисәһен үткәрергә, дин әһелдәрен саҡырырға буламы, тип ҡыҙыҡһына.
Ведомство белгестәре был һорауға түбәндәге яуапты биргән: "Башҡортостан Башлығының 2020 йылдың 18 мартындағы Указына ярашлы, республикала коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы индерелде.
Унда билдәләнгәнсә, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына (ресторандар, кафелар һәм башҡалар) граждандарға туйҙар, юбилейҙар, иҫкә алыу саралары үткәреү буйынса хеҙмәт күрһәтеү тыйылған.
Үҙ йортоңда ундай саралар үткәреү мөмкинлеге бар. Әммә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен иҫәпкә алып, сараға мөмкин тиклем аҙыраҡ кеше саҡырыу, гигиена сараларын үтәү, бәйләнештәрҙе минимумға еткереү мөһим.
Дин әһелдәрен саҡырыу мәсьәләһенә килгәндә, Указда был хаҡта әйтелмәгән, тимәк, мәсьәләне һәр кем шәхсән хәл итә ала, әммә һаҡланыу сараларын һәр саҡ иҫтә тотоу зарур".
Указдағы һуңғы үҙгәрештәр менән ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://npa.bashkortostan.ru/29503/
Фото: retail-loyalty.org
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: