Башҡортостанда өсөнсө тәүлек рәттән яңы коронавирус инфекцияһынан үлем осрағы теркәлә. «Стопкоронавирус.рф» оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, республикала һуңғы тәүлектә тағы бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Шулай итеп, COVID-19 пандемияһы башланғандан алып Башҡортостанда 56 кеше вафат булған.