Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
3 Ноябрь 2020, 23:53

“Иҫән ҡалыуыбыҙ өсөн табиптарға рәхмәт уҡыйбыҙ”

”Дауаханала ятҡанда башҡа төрлө күңелһеҙ уйҙар инеп маҙаһыҙлай, уларҙы ҡыуырға, кәйефте төшөрмәҫкә, табиптарға ышанырға кәрәк,” - ти ирле-ҡатынлы Низаметдиновтар.

Коронавирус инфекцияһын йоҡторғандан һуң Зубовалағы йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә дауаланған ирле-ҡатынлы Низаметдиновтар өйҙәренә ҡайтты. Улар үҙҙәрен көнө-төнө һағалаған, дауалаған медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле.
Ғаилә башлығы Рәйес Низаметдинов ҡатыны менән сирҙе еңеү өсөн көрәшкән көндәрҙе көрһөнөп иҫкә төшөрә. Иҫән-һау ҡалғандары өсөн шәфҡәт туташтарына, санитарҙарға, табиптарға рәхмәт әйтеп бөтә алмай. “Йәш кенә ҡыҙҙар иртәнге сәғәт дүрттән йүгерә башлайҙар, көнө буйы ауырыуҙар эргәһенән китмәйҙәр. Сир ауыр үтте, хәл яҡшырҙы тигәндә, йәнә температуа күтәрелде...”- ти ул. Инфекцияның ҡайҙан килеп эләгеүен дә белмәйҙәр. Бер нисә көн буйы температуралары төшмәй. Икеһен дә бер юлы дауаханаға, күрше палаталарға һалалар.
Ҡатыны Лилиә ауыр көндәрҙе үткәреп, өйҙәренә һауығып ҡайтыуҙарына бик шат. Тәүге өс көндә ҡаты сирләүен йәшермәй, үпкәнән тыш, быуындар ауыртыуы, ятып та, ултырып та булмауы яфалаған. Низаметдиновтар әйтеүенсә, сир бер кемде лә аямай, дауаханаға йәштәр ҙә эләгә.
Улар аралашыуҙарҙы кәметеп торорға, санитария – гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Әле медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеп бөтөргөһөҙ көсөргәнеш менән эшләгән осорҙа һәр кемдең яуаплылығынан күп нәмә тора.
”Дауаханала ятҡанда башҡа төрлө күңелһеҙ уйҙар инеп маҙаһыҙлай, уларҙы ҡыуырға, кәйефте төшөрмәҫкә, табиптарға ышанырға кәрәк,” - ти ирле-ҡатынлы Низаметдиновтар.
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: