Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
29 Октябрь 2020, 17:38

Рәсәйҙә тағы өс аҙна дауамында COVID-19 менән сирләү осраҡтарының артыуы көтөлә

*

Рәсәйҙә өс аҙнанан COVID-19 менән сирләү осраҡтарының кәмей башлауы мөмкин, тип яҙа федераль киң мәғлүмәт саралары Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш инфекционист-табибы Владимир Чулановҡа һылтанма менән.
Уның һүҙҙәренсә, был юлы күтәрелеш бик оҙаҡ дауам итмәй, өс аҙнанан хәл тотороҡлана башлай.
Профессор фекеренсә, илдең һаулыҡ һаҡлау системаһы коронавирус йоҡторғандарҙың артыуына ҡаршы торорға һәләтле, сөнки яҙ көнө эпидемия менән көрәшеү өсөн тейешле тәжрибә тупланды.
28 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, пандемия башланғандан һуң Башҡортостанда 10 501 ауырып киткән. Коронавирустан тыш, дауахананан тыш пневмония йоҡтороу осраҡтары арта.
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас: