Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Октябрь 2020, 11:25

"Табиптар үҙҙәре лә ярҙамға, хәстәргә мохтаж"

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” Берҙәм ирекмәндәр үҙәге коронавирус инфекцияһының икенсе тулҡыны осоронда эшен әүҙемләштерә, ирекмәндәр халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе көсәйтә, тип хәбәр иткәйнек./

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” Берҙәм ирекмәндәр үҙәге коронавирус инфекцияһының икенсе тулҡыны осоронда эшен әүҙемләштерә, ирекмәндәр халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе көсәйтә, тип хәбәр иткәйнек.
Ошо йәһәттән, мәҫәлән, “Табиптар тураһында хәстәр менән” акцияһы тормошҡа ашырыла. Уның барышында сәйгә тәмлекәстәрҙән торған меңдән ашыу йыйылма таратыласаҡ.
Бөгөн комплекттар коронавирус менән сирләгән пациенттарҙы дауалаған медицина хеҙмәткәрҙәренә таратыла башланы. Башҡортостан буйынса 29 медицина учреждениеһында тәмлекәстәр алып шатланасаҡтар.
Бер йыйынтыҡ ун кешегә иҫәпләнгән, эсендә сәй, печенье, кәнфиттәр һәм башҡа тәмлекәстәр бар. Уларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” Берҙәм ирекмәндәр үҙәге ағзалары тарата.
Акцияға “Байрам” магазины, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы, "Башпотребсоюз" ойошмаһы һәм башҡалар ҡушылған.
"Табиптар бар көсөнә эшләй, улар үҙҙәре лә ярҙамға, хәстәргә мохтаж. Шуға ла ошо идеяны хупланыҡ. Өҫтәүенә, тупланмаларҙы тапшырыуҙан тыш, медицина ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре менән аралашырға, уларҙың ихтыяждарын да белергә теләйбеҙ", – ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Йыйылмаларҙың тәүге партияһы баш ҡаланың 4-се клиник инфекция дауаханаһына оҙатылған, унда 300-ләп медицина хеҙмәткәре эшләй. Унан тәмлекәстәр Өфөнөң башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, Зубовтағы госпиталгә барып етәсәк.
Киләһе аҙнала республиканың башҡа ковид-госпиталдәре хеҙмәткәрҙәре лә сәй тәмлекәстәрен аласаҡ.
Фото: Олег Яровиков.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Tabiptar---re-l-yar-am-a-h-st-rg-mohtag-511130/
Читайте нас: