Башҡортостанда COVID-19 йоҡторғандар һаны 10 меңгә яҡынлаша. Һуңғы тәүлектә – тағы 69 сирле.
21 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, пандемия башланғандан алып бөтәһе 9 946 кеше ауырыған. Уларҙың 8 895-е һауыҡҡан, 140-ы – һуңғы тәүлектә.
Әлеге ваҡытта 1003 кеше дауалана: 155-е – стационарҙа, 848-е сирҙе еңел формала үткәрә һәм өйҙә дауалана, ти п хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.