Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
18 Октябрь 2020, 10:02

"Был дауахана донъя кимәлендә булырға тейеш"

Госпиталде төҙөү өсөн республика бюджетынан 1,4 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡта төҙөлә башлаған яңы инфекция үҙәгенең төҙөлөш майҙанында булды. Проект буйынса, дауахана яҡынса 15 квадрат майҙанда булыр тип күҙаллана. Андрей Назаров билдәләүенсә, яңы госпиталь, Зубово биҫтәһендәгеһен иҫәпкә алып, тышҡы яҡтан да, эстән дә яңысараҡ буласаҡ.
Бында 60 бокслы палаталар, 14 реанимация урынлаштырыласаҡ. Бынан тыш, бала табыу һәм балалар бүлексәһе буласаҡ. Шулай уҡ ҡабул итеү бүлмәһе эшләйәсәк, унда килеп тикшерелергә, кәрәк булһа, дауаханаға шунда уҡ ятыу мөмкинселеге ҡаралған. Хирургия бүлексәһендә коронавирус инфекцияһы булғандарға кәрәкле операцияларҙы үткәреү мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ 40 урынлыҡ дөйөм ятаҡ, ҙурайтылған хужалыҡ бүлеге төҙөү күҙаллана.
Премьер-министр, буласаҡ үҙәктең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып: “Алдыбыҙҙа 1 декабрҙә беренсе пациенттарҙы ҡабул итә башлау бурысы тора, етәкселектең төрлө структураларында һәм төҙөүселәрҙең эшендә лә ойошҡанлыҡ талап ителә. Подрядчиктар булып Өфөләге инфекция үҙәген төҙөүселәр тора. Шуға ла өҙөклөктәр булмаҫ, тип ышанам. Беҙҙең граждандар заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған дауаханала дауаланасаҡ. Медицина персоналы ваҡытында юғары квалификациялы ярҙам күрһәтә аласаҡ”, - тип белдерҙе.
Был госпиталде төҙөү өсөн республика бюджетынан 1,4 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән ҡорамалдар алыуҙы софинанслау тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Премьер-министр билдәләүенсә, бындай объект башҡа төбәктәрҙә лә актуаль, илебеҙҙең алты субъектынан Өфөгә дауаланырға килделәр.
- Был дауахана заманса ҡорамалдар менән генә йыһазландырылып, эстән дә, тышҡы яғы менән дә донья клиникаларынан бер ҙә айырылмаҫҡа тейеш, - тип белдерҙе Андрей Назаров.
Фото "Башинформ".
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: