Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
17 Октябрь 2020, 11:59

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә

Республика райондарында төрлө табиптар ҡабул итеүҙәр алып бара

24 августан бирле республикала “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы үтеп килә.
Бар алты йүнәлештә лә эш республика ауылдары буйлап графиктарға ярашлы алып барыла.
Акция башланғандан алып бөгөнгә ҡәҙәр 19 309 кеше ҡаралған, 523 социаль әһәмиәттәге ауырыу төрө билдәләнгән.
Райондар буйынса мәғлүмәт
Өфө маршруты 7 контроль, йәғни ете район, нөктәһен үтте. Был Саҡмағош, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Иглин, Нуриман, Благовещен райондары. Әле Кушнарен районында эшләй. Был йүнәлештә эшләгән 25 табип-белгес 4464 кешене ҡабул иткән. Улар араһында социаль әһәмиәтле 230 сир осрағы билдәләнгән.
Дыуан маршруты 3 район – Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатайҙа эшләп, әлеге ваҡытта Мәсетле районында туҡтаны. 25 табип 2471 кешене ҡабул итеп, 65-ендә сир барлығын асыҡлаған.
Нефтекама йүнәлеше 7 – Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел, Асҡын, Балтас, Тәтешле, Яңауыл райондарында эшләне. Әле Краснокамала ҡабул итеүҙәр бара. Үтелгән райондарҙа 18 табип-белгес 3043 кешене ҡабул иткән. 60 сир осрағы теркәлгән.
Октябрьский маршрутында 6 район: Бүздәк, Шаран, Баҡалы, Туймазы, Бәләбәй, Йәрмәкәй үтелеп, әле Бишбүләк районында эш бара. 20 табип 2458 кешене ҡабул иткән. Етди сир осраҡтары 99 кешелә асыҡланған.
Стәрлетамаҡ йүнәлешендә йәмғеһе 6: Ауырғазы, Ғафури, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш райондарында 25 табип 3231 кешене ҡабул иткән. 30 кешелә етди ауырыу билдәләре теркәлгән. Әле табиптар Федоровка районында ҡабул итеүҙәр алып бара.
Белорет маршрутындағы Белорет, Учалы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында 21 белгес 3642 кешене ҡараған. Улар араһынан 39-ында етди сирҙәр асыҡланған. Әле белгестәр Бөрйәндә эшләй.
“Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы диагностикаһы” мобиль модуле әлеге ваҡытта Краснокама районында эшләй. 24 августан алып 1 305 кеше табиптарҙан ҡаралып, ҡайһыларына артабан дауаланыу өсөн йүнәлтмәләр бирелгән.
Республика кардиология үҙәгенең кардиология модуле Бөрйән районында ҡабул итеүҙәр алып бара. 24 августан бирле бөтәһе 1334 кеше ҡаралған.
Республика стоматология поликлиникаһының күсмә стоматология модуле Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондарында эшләп китте.
Акция сиктәрендә өлкәндәргә һәм балаларға прививкалар эшләү ҙә ҡаралған. Грипҡа ҡаршы вакцина 4462 кешегә яһалған, улар араһында 3843-ө – өлкән кеше, 619 бала.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: