Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Октябрь 2020, 15:23

Битлек ҡасан хәүефле?

Күптәр бер үк битлекте аҙна-ун көн буйы кейә, әммә был...

Табиптар әйтеүенсә, дөрөҫ файҙаланылмаған битлектең бик хәүефле һаҡланыу сараһы булыуы ихтимал. Күптәр бер үк битлекте аҙна-ун көн буйы кейә.

Өҫтәүенә сискәндә, битлекте устары менән тоталар, төрөп, кеҫәләренә һалғандан һуң ҡулдары менән биттәренә ҡағылалар. Аҙаҡ шул уҡ битлекте яңынан кейәләр, өйҙәренә алып ҡайталар.

Терапевт Лариса Алексеева билдәләүенсә, һаҡланыу сараларын “Роспотребнадзор” талаптарына ярашлы ҡулланырға кәрәк: ике сәғәттән дә артыҡ файҙаланмаҫҡа, биткә ҡул менән теймәй һаҡ ҡына сисергә, ябыҡ пакетта утилләштерергә.

Башҡа гигиена ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәү мөһим. Мәҫәлән, ҡаптарҙағы аҙыҡты йыуырға, пакеттарҙы антисептик менән эшкәртергә тәҡдим итә табип. Өҫ һәм аяҡ кейемдәренә лә вирустың оялауы ихтимал, тип киҫәтә ул. Көнкүрештә ҡулла­нылған ябай ғына саралар ҙа, мәҫәлән, спирт менән һабын да тәьҫирле була.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас: