Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Октябрь 2020, 00:23

Радий Хәбиров тәртиптең үтәлешен контролгә алды

"Ҡағиҙәне боҙған өсөн ҡәтғи сара күрергә кәрәк, хатта эштән бушатыуға тиклем", - тине республика Башлығы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың дәүләт учреждениеларында санитария нормалары һәм ҡағиҙәләре, битлек тәртибе һәм гигиена талаптары үтәлешен, социаль арауыҡ һаҡлауҙы махсус контролгә алды. Был сара Башҡортостанда коронавирус менән сирләгәндәрҙең артыуына бәйле.
"15 октябргә тиклем һәр дәүләт власы органында, һәр муниципалитетта, ведомство ҡарамағындағы һәр учреждениела битлек кейеү, дезинфекция үткәреү бурысын ҡуйған эске регламент ҡабул итергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе. – Тәртипте боҙған өсөн ҡәтғи сара күрергә, хатта эштән бушатыуға тиклем. Беҙ республика халҡына әлеге шарттарҙа үҙебеҙҙе дөрөҫ тотоу йәһәтенән өлгө күрһәтергә тейешбеҙ.
Радий Хәбиров шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә, ситтән тороп эшләп, сараларҙы һәм кәңәшмәләрҙе туранан-тура үткәреүҙе мөмкин тиклем кәметергә, видеоэлемтәне киңерәк файҙаланырға ҡушты.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: