Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Октябрь 2020, 21:14

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирустан вафат булған 47-се кеше тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙеләр

*

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 15 октябргә мәғлүмәттәре буйынса, республикала яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған 47-се пациент яҡты донъя менән хушлашҡан. Өфөнән 1954 йылғы ир икенсе типтағы шәкәр диабетынан, өсөнсө дәрәжәләге аорта атеросклерозынан, хроник пиелонефриттан яфаланған.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 15 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 69 осрағы теркәлгән. Шулай уҡ тәүлек эсендә тағы бер кеше вафат булған.
Пандемия башланғандан алып коронавирус йоҡторған 9 536 кеше иҫәпләнә. Ә 8 537 пациент (һуңғы тәүлектә +82 кеше) һауыҡҡан.
Әле 911 сирленең 109-ы – дауаханала, 802-һе ауырыуҙы еңел формала үткәрә.
Бер тәүлектә 198 дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлгән, пневмониянан һауығып сыҡҡан пациенттар — 155.
Читайте нас: