Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 69-ға артып, бөтәһе 9 536 кеше тәшкил итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,тәүлек эсендә тағы бер ауырыуҙың һәләк булыуы билдәле булды. Вирус ҡорбандары һаны 47-гә етте.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 47-се ҡорбан – 1954 йылғы ирҙең башҡа сирҙәре лә булған: икенсе типтағы шәкәр диабеты, хроник пиелонефрит, өсөнсө дәрәжә аорта атеросклерозы.
Пандемия осоронда 8 537 ауырыу һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә - 82 кеше. Пневмония сирен йоҡторғандар тәүлек эсендә 198-гә артҡан.
Әле стационарҙарҙа 109 пациент дауалана, өсәүһе ауыр хәлдә, бер ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 802 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Белеүебеҙсә, республикала санитар нормаларҙы һәм гигиена, социаль дистанция һәм битлек режимын күҙәтеү контролгә алынды. Был республикала коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле.