Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Октябрь 2020, 00:15

Андрей Назаров: “1 декабргә төҙөлөш тамамланырға тейеш”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Стәрлетамаҡтағы яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров видеоконференцэлемтә тәртибендә Стәрлетамаҡтағы яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
– 1 декабргә төҙөлөш тулыһынса тамамланырға тейеш. Артабан ике аҙна эсендә бөтә сафҡа индереү-көйләү эштәрен башҡарып, медицина ҡорамалдарын тоташтырыу шарт. Стәрлетамаҡ госпитале тәүге пациенттарҙы 14 декабрҙә ҡабул итергә тейеш, – тип билдәләне Андрей Назаров. – Ваҡыт аҙ ҡалды, бюджет ҡыҫынҡы, шуға күрә бөтә сығымдарҙы мөмкин тиклем ҡулайлаштырырға кәрәк.
Премьер-министр тәүлек эсендә иҫәп-хисап яһап, шул иҫәптән медицина ҡорамалдары һатып алыуға сығымды күҙаллап, Стәрлетамаҡтағы яңы үҙәк төҙөлөшө буйынса Хөкүмәт ҡарарын һәм уның буйынса килешеүҙе әҙерләү һәм уларға ҡул ҡуйыу бурысын йөкмәтте. Ул шулай уҡ дауаханаға юл һалыу, үҙәк биләмәһен төҙөкләндереү буйынса проект эштәрен тиҙләтергә ҡушты.
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: