Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Октябрь 2020, 19:45

Республикала тәүлек эсендә дауахананан тыш пневмония менән сирләүҙең 216 осрағы асыҡланған

*

Республикала тәүлек эсендә дауахананан тыш пневмония менән сирләүҙең 216 осрағы асыҡланған. Был 13 октябргә ҡарағанда 65 осраҡҡа күберәк.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә дауахананан тыш пневмония менән сығарылған пациенттар — 172.
Алдан хәбәр ителгәнсә, быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостанда 1505 кеше дауахананан тыш пневмониянан үлгән. Был мәғлүмәттәр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынды. Ошо уҡ осорҙа 46 кеше коронавирустан вафат булған.
Уҙған йылда республикала ғинуарҙан октябргә тиклем пневмониянан үлгәндәр күпкә аҙыраҡ — 860.
Читайте нас: