Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Октябрь 2020, 22:12

Татыр-Үҙәк халҡына - байрам бүләге

Быйыл Хәйбулла районында өр-яңы биш фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында заманса йыһазландырылған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул Рәсәй Президенты Владимр Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлдө.
Ауыл ерендә йәшәгәндәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү - “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Комплекслы эш программаһына ярашлы, республиканың төпкөл ауылдарында ла фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыу күркәм күренешкә әйләнде.
Яңы бинаның дөйөм майҙаны 92 квадрат метр тәшкил итә. Бында 1176 кеше беренсел медик-санитар ярҙам аласаҡ.
Элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты санитар нормаларға яуап бирмәгән ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында урынлашҡан булған. Хәҙергеһе заманса йыһазландырылған, медицина кабинеты, ҡарау, процедура бүлмәләре иркен һәм яҡты. Санузелдың булыуы ла уңайлы эш шарттар тыуҙыра.
Быйыл районда ошондай биш заманса медицина учреждениеһын сафҡа индереү ҡаралған. Күптән түгел Әбеш һәм Степной ауылдарында яңы ФАП-тар асылды. Йыл аҙағына тиклем Әбүбәкир һәм Атингән ауылы халҡы ла заманса уңайлыҡтары булған медицина учреждениеһына йөрөй аласаҡ.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: