Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Октябрь 2020, 22:19

Коронавирусты кемдәр ауыр үткәрә?

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустың кемдәргә айырыуса ҡурҡыныс, хатта үлемесле тәьҫир итеүе хаҡында белдерҙе.

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустың кемдәргә айырыуса ҡурҡыныс, хатта үлемесле тәьҫир итеүе хаҡында белдерҙе. Ведомство етәксеһе урынбаҫары Олег Салагай әйтеүенсә, һимеҙлек сиренән ыҙалаған кешеләр COVID-19 вирусы менән йышыраҡ реанимацияға эләгә.
“Яҡынса 400 мең пациент ҡатнашлығында үткәрелгән заманса тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һимеҙлектән йонсоған кешеләрҙең, башҡалар менән сағыштырғанда, коронавирус йоҡтороп дауаханаға эләгеүе – 113 процентҡа, реанимацияға эләгеү ихтималлығы 74 процентҡа күберәк, шулай уҡ үлем хәүефе лә улар өсөн 48 процентҡа ҙурыраҡ”, - тип яҙҙы ул.
Бынан тыш, һимеҙлек йыш ҡына башҡа төрлө сирҙәрҙең, мәҫәлән, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының сәбәпсеһе һанала. Коронавирус йоҡтороу улар өсөн дә үтә хәүефле.
“Бының өсөн ауырлығығыҙҙы даими контролдә тотоғоҙ, тәү сиратта үҙегеҙҙең тән ауырлығының индексын иҫәпләп сығарығыҙ. Был бик еңел иҫәпләнә: тән ауырлығын (килограмдарҙа) буйығыҙҙың (метрҙа) квадратына бүлегеҙ. Әгәр ошо күрһәткес 25-тән ҙурыраҡ икән, уйланырға урын бар. Әгәр 35-40 арауығында булһа, проблема тағы ла етдирәк төҫ ала. Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн, тәү сиратта, ҡайһы бер продукттарҙа сама белеү кәрәк, мәҫәлән, газлы һыу, кәнфиттәр...” – тип яҙҙы министр урынбаҫары.
Уҡыусыларға тән ауырлығы индексын иҫәпләп сығарыуҙың миҫалын да тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, һеҙҙең буйығыҙ 1 метр 60 сантиметр, ауырлығығыҙ 78 килограмм, ти. Иң тәүҙә буй үлсәменең квадратын табабыҙ: 1,6 х 1,6 = 2,56. Артабан тән ауырлығын ошо күрһәткескә бүләбеҙ: 78 : 2,56 = 30,4. Яуап, 25-тән юғары, тимәк, уйланырға урын бар.
Фото: pbs.twimg.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: