Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Октябрь 2020, 20:54

Республикала тағы бер кеше коронавирустан вафат булған – Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

*

Республикала тағы бер кеше коронавирустан вафат булған.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте хәбәр итеүенсә, 8 октябргә көндөҙгө сәғәт 12-гә республикала 9 144 коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған. Тәүлек эсендә сирҙе 46 кеше йоҡторған.
Бөтәһе 8 273 кеше һауыҡҡан, 39-ы – һуңғы тәүлектә.
Әле 828-е дауалана: 108-е – стационарҙа, 720 -һе ауырыуҙы еңел формала үткәрә, шуға өйҙә дауалана.
Бер кеше вафат. Рәсми статистика мәғлүмәттәре буйынса, коронавирус эҙемтәләренән үлгәндәрҙең дөйөм һаны 43 кеше тәшкил итә.
Читайте нас: