Һуңғы тәүлектә Башҡортостандың covid-госпиталдәренә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған 18 пациент килтерелгән. Шулай итеп, әлеге ваҡытта 102 кеше — стационарҙа, 684-е өйҙә дауалана.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, пандемия башланғандан алып 9 051 — сир йоҡтороу, 42 үлем осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 15 кеше дауахананан сығарылған.
Башҡортостанда көн һайын дауахананан тыш пневмония йоҡтороу осраҡтары асыҡлана. Тәүлек эсендә 178 яңы пациент, 85-е һауыҡҡан.