Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
3 Сентябрь 2020, 16:17

“Тубығың ауыртһа,беҙгә кил!”

/

Артроз менән яфаланған ауырыуҙар хәҙер тыныслана ала. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы електәге күҙәнәктәр (беренсел күҙәнәктәр) ярҙамында тубыҡтарҙағы артрозды дауалау буйынса илленән ашыу уңышлы операция үткәргән.
Операция үҙенсәлекле: пациентҡа липофилинг яһала, йәғни организмдан май һурып алына, аҙаҡ эшкәртелгән шыйыҡлыҡты тубыҡ быуынына индерәләр. Был ярты сәғәт ваҡытты ала. Табиптар Рәсәй белгестәренең електәге күҙәнәктәрҙән кимерсәк үҫтереү буйынса тәжрибәһен өйрәнгән.
Бүздәк районында йәшәгән Шамил Моратовтың был инде өсөнсө үткәргән операцияһы. Ул үҙен бик тыныс тота, ошо уҡ табиптар бригадаһы үткәндә лә операция яһаған. Артроз диагнозы бынан дүрт йыл элек ҡуйылған. “ 4-5 мең һумлыҡ ҡиммәтле дарыуҙарҙан әллә ни файҙа тойманым, шуға күрә операция яһатырға хәл иттем,” - ти ул.
Өфө табиптары Германия белгестәренең тәжрибәһен өйрәнгән. Һурып алынған шыйыҡлыҡ центрифугала ҡанға, майға һәм ҡиммәтле електәге күҙәнәктәргә айырыла. Быуынға индерелгәс, улар үрсей һәм ауыртҡан урынды һауыҡтыра, өлөшләтә тергеҙә. Клиниканың травматология һәм ортопедия кафедраһы профессоры Рәсүл Яҡупов әйтеүенсә, майҙа елек күҙәнәктәре мейеләге кимек матдәһенән дүрт тапҡырға күберәк. Өҫтәүенә операция ҡатмарлы түгел, ярты сәғәттә яһала. Ғалимдәр електәге күҙәнәктәрҙе оҙаҡ өйрәнгән, төрлө органдарҙан алып ҡарағандар, шулай ҙа иң тәьҫирлеһе май икәнлеге асыҡланған. Өс миллилитр күләмендәге әүҙем һәм сәләмәт күҙәнәктәрҙән 10 миллион елек күҙәнәктәрен алып була, ти белгестәр.
Пациент операциянан һуң шунда уҡ йөрөй башлай һәм, бер нисә көн табиптар күҙәтеүендә булғандан һуң, өйөнә ҡайтып китә ала.
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Tubi-i-auirt-a-be-g-kil-438655/
Читайте нас: