Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
31 Август 2020, 13:33

Сикләүҙәр йомшартыла

1 сентябрҙән нимәләр эшләй башлар, ә нимәләр ябыҡ килеш ҡалыр?

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙең йәнә йомшартылыуы һәм икенсе этапҡа аяҡ баҫыуыбыҙ тураһында хәбәр итте.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, иртәгәнән мәктәптәр һәм балалар баҡсалары эшләй башлаясаҡ. Был учреждениеларҙа санитар талаптар бик етди үтәлергә тейеш. Шулай уҡ иртәгәнән мунсалар һәм сауналар ҙа асыласаҡ. Балалар түңәрәктәре, секциялар, күңел асыу үҙәктәре лә эш башларға әҙер.
– Яҡын арала театр миҙгелен асыу буйынса тәҡдимдәр көтәм, – тине төбәк етәксеһе Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәренә.
Ә бына төнгө клубтар һәм дискотекалар әлегә асылмай. Төп талап – 50-нән ашыу кеше йыйылмау – әле һаман һаҡлана.
– Коронавирус буйынса ыңғай күрһәткестәр күҙәтелә. “Роспотребнадзор” ҡарары менән икенсе этапҡа күстек. Тимәк, яйлап ҡына был йәһәттән алға барабыҙ. Тик онотолорға ярамай, сир барыбер юҡҡа сыҡманы. Мин табиптар менән һөйләштем, сирләүселәр байтаҡ һәм ауыр хәлдәгеләрр күп, – тине Радий Хәбиров.
Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ошо көндәрҙә барлыҡ үҙгәрештәр ҙә индереләсәк.
Коронавирус буйынса дөйөм мәғлүмәттәр шундай: 31 авгусҡа ҡарата уны 7795 кеше йоҡторған, һуңғы тәүлектә – 32 кеше. 68 кеше дауаханала, 800 кеше өйөндә дауалана. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, пандемия башынан ауырыған кешеләрҙең 88,5 проценты һауыҡҡан.
Фото: web.archive.org
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: