Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ һаналған үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы бөтөрөлә.
31 авгусҡа тиклем 17 йәшкә тиклемге балаларға киске 22.00 сәғәттән иртәнге 10.00 сәғәткә тиклем йәмәғәт урындарында ололар ҡарамағынан тыш йөрөү тыйыла. Шулай уҡ 31 авгусҡа тиклем балалар баҡсаларында эшләгән ата-әсәләрҙең балалары өсөн дежур төркөмдәр ғәмәлдә ҡаласаҡ, уларҙа кескәйҙәр һаны 15-тән артмаҫҡа тейеш.
1 сентябрҙән, санитар эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи үтәү шарты менән, балалар өсөн тәғәйен түңәрәктәр һәм секциялар, шулай уҡ кинотеатрҙар үҙ эшмәкәрлеген тергеҙә. Ошо уҡ көндән балалар баҡсалары, мәктәптәр, өҫтәмә белем биреү ойошмалары ғәҙәти алымда эш башлай. Әммә төп һәм мотлаҡ талап – Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының хоҡуҡи күрһәтмәләрен теүәл үтәү.
Һөнәри белем биреү ойошмаларында 1 сентябрҙән тәүге һәм һуңғы курс студенттары ғәҙәти алымда уҡыуҙы дауам итәсәк. Башҡа курстар өсөн йәшәү урыны буйынса уҡыу (производство) практикаһы башлана. 2 октябрҙән бөтә колледждарҙың студенттары өсөн уҡыу ғәҙәти рәүештә һәм дистанцияла алмашлап ойоштороласаҡ тип күҙаллана.
Юғары уҡыу йорттарының беренсе курс студенттары (бакалавриат, специалитет һәм магистратура) 1 сентябрҙән 1 ноябргә тиклем ғәҙәти алымда уҡыясаҡ, ятаҡта йәшәй аласаҡ, ә башҡалар өсөн уҡыу дистанцияла ойоштороласаҡ. Ә инде 2 ноябрҙән семестр тамамланғанға тиклем беренсе курс студенттары дистанцияла уҡыуға күсерелеп, башҡа курстыҡылар ғәҙәти алымда уҡыуға йәлеп ителәсәк.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.