Был донъяны баҫҡан зәхмәт тураһында хәҙер инде күпме мәҡәлә уҡып белдек, ишетмәгән мәғлүмәт ҡалманы ла шикелле... Тик һаман да ул беҙҙең өсөн асылмаған сер. Табиптар әйтеүенсә, күптәр уны бер ниндәй билдәһеҙ үткәрә, уныһы нисек була икән? Өҫтәүенә көҙөн вирус тағы ла ғәйрәтләнеп китеп, хәлебеҙҙе алмағайы. Һәр хәлдә, табиптар шул хаҡта иҫкәртә килә.
Көрәш стратегияһы
Биология фәндәре докторы Анча Баранова әйтеүенсә, “ковид – ул лотерея, отош һәм ул һинең физиологик торошоңа бәйле”. Ә беҙ үҙебеҙҙең һаулығыбыҙ тураһында нимә беләбеҙ, генетик үҙенсәлектәр тураһында кем мәғлүмәтле? Уңыштың йылмайыуы ла ихтимал, әгәр инфекция башланыу менән иммун системаһы шунда уҡ уға яуап бирһә...
Ғалимдың әйтеүенсә, һауыҡҡан егерме кешенең береһе шул уҡ сирле хәл-торош кимәлендә ҡатып ҡала. Мускулдары ауыртына, арыта, башы эшләмәй, элекке шөғөлдәрҙе үтәү ҙә уға ауырға төшә. Мәҫәлән, һауыт-һабаны йыуыуҙың да проблемаға әүерелеүе ихтимал. Йәки “больничный”ҙан һуң эшкә сыҡҡан кешенең ныҡ талсығыуы, ҡайтыу менән әүен баҙарына китеүе ғаилә ағзаларының асыуына тейеүе ихтимал.
Ысынлап та, бер ай буйы дауаланып та һауыҡмағас, нисек була инде ул? Хатта ковид менән осрашырға тура килмәгән табиптарға ла уның “холҡон” аңлауы ауыр. Бәлки, оҙайлы һауығыу тап ковидҡа хас билдәлер ҙә, ти ғалим.
Табиптар кешеләргә сирләгәндән һуң, үпкә ауырыуынан тыш, шәкәр диабеты, инсульт һәм башҡа ауырыуҙарға юлығыу ихтималлығы хаҡында һаҡ ҡына белдерергә тырыша. “Тик был ковидтың үҙенсәлеге түгел, ә кеше организмының үҙенсәлеге. Бөтә сирҙәр ҙә бер-береһен көсәйтеп килә. Мәҫәлән, өлкәндәр өсөн бил муйынтығы һыныуы – иң ҙур бәлә.
Уларҙың күбеһе, бөтә процедураларҙың үтәлеүенә ҡарамаҫтан, йыл-йыл ярым эсендә вафат була, һөйәк һынғандан түгел, ә түшәктә оҙаҡ ятыуҙан, башҡа сирҙәрҙе еңергә көсө ҡалмауҙан. Ковид та шундай уҡ һәләкәт, уның әһәмиәтен кәметергә ярамай. Иң яҡшы көрәш стратегияһы – уның менән осрашмағыҙ!” – ти биология фәндәре докторы.
Табиптар нимә ти?
Беребеҙҙең дә был “ят ҡунаҡ” менән осрашҡыһы килмәйсе... Мәкерле сир менән осрашмау өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү кәрәклеген яттан беләбеҙ. Тик көн дә иҫкәртеп тороуҙарға ҡарамаҫтан, республикала сирлеләр һаны арта.
Профессор, медицина фәндәре докторы һәм Башҡортостан дәүләт медицина университетынан Сovid-19 инфекцияһын күҙаллау буйынса проект офисы етәксеһе Нәүфәл Заһиҙуллин “Россия-24 – Башҡортостан” телеканалына биргән интервьюһында ни өсөн битлек кейеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, хатта магазиндарҙа һатылыусы ҡағыҙ битлек тә вирустан һаҡлай ала. Ул организмға вирустарҙың күп миҡдарҙа инеүенә кәртә ҡуя, шуға күрә сирлеләр коронавирусты еңелерәк үткәрә. “Табиптар инфекцияның юғары концентрациялы һауа мөхитендә эшләгәнлектән, йыш һәм ҡаты ауырый”, – тине был мәсьәләне ентекләп өйрәнгән ғалим. Тимәк, битлек режимын инҡар итергә иртә әле.
Табип коронавирустың, башҡа вирустарҙан айырмалы, бик үҙенсәлекле, үтә йоғошло, мәкерле икәнен билдәләне. Үлем кимәле киҙеү менән сағыштырғанда 30-40 тапҡырға күберәк. Өҫтәүенә дауалау терапияһын һайлауы ауыр. “Ғәҙәттә, вирустар оҙайлы күп йыллыҡ мутация осорон үтә, ғәмәлдә улар хужаһын үлтермәй, ә коронавирус үлтерә. Ул беҙҙә 7-8 ай элек күренде, тик ул беҙҙән бөтөнләйгә тиҙ арала китмәйәсәк әле”, – тине ғалим.
Иммунолог, академик, Петербург ғилми-тикшеренеү институты директоры Тотолян әфәнденең әйтеүенсә, көҙ коронавирустың ауырыраҡ үтеүе ихтимал. Миҙгел инфекциялары менән коронавирустың нисек ярашасағын әлегә бер кем дә әйтә алмай, фәнни нигеҙҙәр ҙә юҡ. Бары фараздарға ғына таянабыҙ.
“Өҫтәүенә “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова яңыраҡ был миҙгелдә киҙеүҙең башҡа штамдары күренәсәген билдәләне, үткән йылдарҙа рәсәйҙәр уларға прививка яһатмаған. Бөгөн бер ҡайҙа сыҡмай изоляцияла ултырғандар уны нисек үткәрер – билдәле түгел. Көҙ коронавирустың тағы ла ауырыраҡ үтеүе ихтимал, быға психологик яҡтан әҙер булырға кәрәк”, – тип борсолоу белдергән иммунолог. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә ил күләмендә сикләү индереүҙең кәрәге юҡ. Иммунологтың әйтеүенсә, ҡайһы берәүҙәр вирусҡа бөтөнләй бирешмәй, ул “ҡыҙыл зона”ла айҙар буйы эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәрен миҫалға килтергән.
Донъяла беренсе булып...
11 август Рәсәй медицинаһында тарихта ҡалырлыҡ “ҡыҙыл” даталарҙың береһе булыр, моғайын. Әлегә был хаҡта уйланырға ваҡыт та, әмәл дә юҡ. Иртүк Хөкүмәт ағзалары менән ултырышта Рәсәй Президентының донъяла беренсе булып коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина теркәлеүен хәбәр итеүе, оҙаҡламай был препараттың етештерелә башлаясағы сирҙе еңеүҙә яңы аҙым буласағына өмөтләндерә.
Ни өсөн беҙ “беренсе”? Был һорауға һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко тулы яуап бирҙе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының коронавирус пандемияһы тураһында иғлан итеүе менән Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология милли тикшеренеү үҙәге шунда уҡ вакцина эшләүгә тотонған. Ғалимдар, аденовируслы векторҙар етештереү технологияларын һәм тәжрибәне ҡулланып, вакцина етештереү өсөн үҙенсәлекле платформа булдыра алған.
Яңы вакцина юғары тәьҫирлелек һәм хәүефһеҙлек сифаттарына эйә, тип белдерҙе министр, етди өҙлөгөүҙәр һынауҙа ҡатнашҡан бер кемдә лә күҙәтелмәгән. Президенттың бер ҡыҙының да ошо һынауҙа ҡатнашҡанын белдек.
Тәүҙә хәүеф һыҙығында торған профессия кешеләренә – табиптарға һәм уҡытыусыларға вакцина яһау планлаштырыла. Вакцинаның тәьҫирлеген күҙәтеү, тикшереү артабан да дауам итәсәк. Киләһе йылдан күпселек халыҡҡа прививка яһаласаҡ. Шуны ла билдәләйек: вакцина ирекле яһаласаҡ! Прививкаға ризалыҡ биреү-бирмәү мәсьәләһен, был мәкерле вирустан һаҡланыу сараһын һәр кем үҙе хәл итә.