Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
30 Август 2020, 12:28

Һандар бер урында тирбәлә

72 пациент стационарҙа, унауһы ауыр хәлдә, бер сирле үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 31 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Шулай итеп, республикала сиргә дусар булған ауырыуҙар һаны 7 698 тәшкил итте.
Шуларҙың 6 892-һе һауыҡҡан, 778 ауырыу дауалана. 72 пациент стационарҙа, унауһы ауыр хәлдә, береһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия осоронда барлығы 28 кеше сирҙән вафат булды.
Оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 4 829 кеше сирҙе йоҡторған, 110 ауырыу һәләк булған.
Фото: ProUfu
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: