Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Август 2020, 00:18

“Анализды ҡайҙа тапшырырға мөмкин?”

“Яҡын туғаным сирләп китте. Был һуңғы ваҡытта һәр кемде хәүефкә һалған коронавирус инфекцияһы

“Яҡын туғаным сирләп китте. Был һуңғы ваҡытта һәр кемде хәүефкә һалған коронавирус инфекцияһы түгелме икән, тип хафаланабыҙ. Был инфекцияға анализды ҡайҙа тапшырырға мөмкин?

Асия ФӘЙЗУЛЛИНА.

Өфө ҡалаһы”.

– “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығының сайтында коронавирус инфекцияһының барлығын йәки юҡлығын тикшереү өсөн медицина лабораториялары исемлеге бар. Алты медицина ойошмаһына был анализды үткәреүгә рөхсәт бирелгән. Уларҙың дүртәүһе – баш ҡалала, берәүһе Өфө районында һәм берәүһе Салауат ҡалаһында урынлашҡан.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге Менделеев урамындағы “МЕГИ”, “МедиаЛаб”та, “Лаборатория” тикшеренеү, Медицина тикшереүҙәре, Лаборатория диагностикаһы үҙәктәрендә, Салауат ҡалаһындағы “Медсервис”та анализ бирергә мөмкин.

Был үҙәктәрҙә бар анализдар ҙа түләүле. Коронавирус инфекцияһының барлығын тикшереү яҡынса 2 мең һумға төшәсәк, тип хәбәр итә белгестәр.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Читайте нас: