Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Август 2020, 22:37

“Тылсымлы” 34 һаны әйләнә лә килә

Илдә коронавирус инфекцияһы таралыу коэффициенты 14 июлдән алып тәүге тапҡыр 1-гә тиклем күтәрелде. Мәскәүҙә ул, киреһенсә, был күрһәткестән түбән төштө

Үткән тәүлектә лә коронавирус йоҡторғандар һаны әллә ни үҙгәрмәне, “тылсымлы” 34 һаны әйләнә лә килә. Бына нисә аҙна инде сирлеләр иҫәбе тотороҡло һаҡлана.
Шулай итеп, пандемия осоронда инфекцияға дусар булғандар 7 534-кә етте. Һауыҡҡандар ҙа арта: тәүлектә 10 ауырыу шәбәйгән, бөтәһе коронавирустан дауаланған 6 652 пациент сәләмәтләнгән.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 4 852 кеше вирусты йоҡторған, 73 ауырыу вафат булған, 3 162 пациент һауыҡҡан.
Илдә коронавирус инфекцияһы таралыу коэффициенты тәүге тапҡыр 14 июлдән 1-гә тиклем күтәрелде. Мәскәүҙә ул, киреһенсә, был күрһәткестән түбән төштө. Воронеж өлкәһендә, Красноярск крайында, Иркутск һәм Свердлов өлкәләрендә лә күрһәткес түбән.
Фото: Ufa1.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: