Хәйбулла хәбәрҙәре
-7 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Август 2020, 11:24
7500-гә еттек
Республика стационарҙарында – 74 (шул иҫәптән алты кеше ауыр хәлдә, уларҙың берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 673 сирле дауалана.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 31 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 7500-гә етте. Һауыҡҡандар – 6725 (һуңғы тәүлектә 41 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 28. Республика стационарҙарында – 74 (шул иҫәптән алты кеше ауыр хәлдә, уларҙың берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 673 сирле дауалана.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 76 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 125 кеше дауахананан сығарылған.
Сирләгәндәр һаны буйынса Өфө, Нефтекама ҡалалары, Бәләбәй районы тәүге урындарҙа килә.
Фото: static.ngs.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/7500-g-ettek-422577/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин