Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
22 Август 2020, 09:50

Өфөлә һәм Нефтекамала сирләүселәр һаман күп

Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 28.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 34 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 7469-ға етте. Һауыҡҡандар – 6684 (һуңғы тәүлектә 28 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 28. Республика стационарҙарында – 80 (шул иҫәптән 8 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 3-һө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 667 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 729 187 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 8467.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 80 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 116 кеше дауахананан сығарылған.
Сирләүселәр һаны буйынса Өфө, Нефтекама ҡалалары, Бәләбәй районы алдынғы урындарҙа килә.
Иң аҙ сирләүселәр – Йылайыр, Бөрйән райондарында, Межгорье ҡалаһында.
Фото: kubnews.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: