Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
20 Август 2020, 11:53

Өйҙә дауаланыусылар күберәк

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 35 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 7402-гә етте.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 35 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 7402-гә етте. Һауыҡҡандар – 6587 (һуңғы тәүлектә 23 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 27. Республика стационарҙарында – 115 (шул иҫәптән 7 кеше ауыр хәлдә, уларҙың өсәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 673 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 712 917 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 9047.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 81 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 97 кеше дауахананан сығарылған.
Фото: rbk.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: