Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
18 Август 2020, 11:10

ҠАН ТӨРКӨМӨҢ НИНДӘЙ?

/

Һуңғы йылдарҙа ҡан төркөмөнөң сәләмәтлеккә нисек тәьҫир итеүе темаһына иғтибар артты. Берәүҙәр эритроциттар тибына ҡарап үҙенә диета һайлай, икенселәрҙе характер һәм ҡан араһындағы бәйләнеш ҡыҙыҡһындыра. Кемделер ҡайһы ҡан төркөмөнөң ниндәй сирҙәргә юлыҡтырыу ихтималлығы борсоһа, бәғзеләр быларҙың барыһын да уйҙырма тип иҫәпләй.
Нимә ул ҡан төркөмө? Ниндәй үҙенсәлектәргә ҡарап уны дүрт төркөмгә бүлеп йөрөтәләр?
Ҡандағы ҡыҙыл ҡан тәнсәләре – эритроциттар – беҙҙең организм буйлап кислород ташый. Уларҙың структураһы төрлөсә һәм ҡан төркөмөн билдәләгәндә тап улар иң ҙур ролде уйнай. Ябай тел менән, ҡыҫҡаса аңлатырға тырышып ҡарайыҡ. Һәр эритроцит өҫтөндә үҙенсәлекле аҡһым-антиген бар: А һәм В тибында. Тап ошо матдәләр беҙҙең иммун системаһы менән бәйләнешкә инеп, төрлө сирҙәргә бирешеү-бирешмәүсәнлекте билдәләй. Кеше организмында был антигендарҙың ниндәй нисбәттә булыуынан сығып, ҡанды төркөмдәргә бүләләр. Иң киң таралған төп дүрт ҡан төркөмө иҫәпләнә. Донъяла ҡаны был төркөмдәргә ҡарамаған кешеләр ҙә бар, тик улар бик һирәк.

Әгәр эритроцит өҫтөндә А антигены ла, В антигены ла булмаһа, тимәк, был – беренсе төркөм, йәғни 0 тибында. А антигены ғына булһа, ул икенсе төркөмгә ҡарай. Өсөнсө төркөмгә В антигены булғанын индерәләр. Ҡыҙыл ҡан тәнсәһе өҫтөндә ике антиген да “оялаһа”, был – дүртенсе төркөм, АВ тибындағы тигән һүҙ.

Ҡыҙыҡ, күпселек планета халҡы­ның тамырҙарында беренсе төркөм­дәге ҡан аға (44 процент), икенсе төркөмдәгеләр – 42 , өсөнсө төркөм­дәгеләр – 10, ә дүртенсе төркөм­дәгеләр ни бары – 4 процент. Рәсми фән раҫлауынса, эрит­роциттарҙың үҙенсәлекле йы­йылмаһына ҡарап, кеше холҡо һәм сәләмәтлеге тураһында күп нәмә һөйләргә, сирҙәрҙе иҫкәртергә була.

Билдәле булыуынса, беренсе ҡан төркөмө тәүтормош кешеләре та­мыр­ҙары буйлап аҡҡан. Көслө, сы­ныҡҡан, сәләмәтлеге ныҡ ке­ше­ләр. Йөрәк сирҙәренә бирешеп бар­май­ҙар. Улар шизофрения менән бер ваҡытта ла сирләмәй. Тик А һәм В антигендарының булмауы гастрит һәм ашҡаҙан шешенә, үт ҡыуығы, аллергия сирҙәренә кил­тереүе ихтимал. Ундайҙарҙы се­рәкәйҙәр ныҡ “ярата”. Был төркөм­дәге кешеләргә гастроэнтерологка йышыраҡ күренергә кәңәш итәбеҙ.

Икенсе ҡан төркөмөнә ҡараған­дарҙың иммунитеты йомшағыраҡ, йыш һалҡын тейҙерәләр, аллергия яфалай. Стрестарға, онкология, йоғошло ауырыуҙар, йөрәк-ҡан тамырҙары, пневмония, шәкәр диабеты сирҙәренә бирешеүсәндәр, шуға күрә уларға тәнде йомшартыусы спорт төрҙәре, мәҫәлән, йога менән шөғөлләнеү файҙалы. Ҡандары ойошоусан булғанлыҡтан, йөрәк сирҙәренә юлығыуҙары ихтимал. Бөтә был проблемаларҙан ҡотолоу юлы бар, тип иҫәпләй табиптар, ваҡытында организмға ял бирергә кәрәк.

Япон ғалимдарының тикше­ре­неү­ҙәренә таянып, планетала оҙон ғүмерлеләрҙең күпселеген өсөнсө төркөм вәкилдәре тәшкил итә, тип әйтә алабыҙ. Улар ныҡ, вируслы сир­ҙәргә бирешеп бармай. Ә бына отит, ангина, цистит, радикулит, ҡандың насар ойошоуы уларҙың сәләмәтлегенә хәүеф тыуҙырыуы мөмкин. Невропатолог менән йы­шыраҡ осрашыу уларҙың сәләмәт­леге файҙаһына, сөнки ҡартлыҡта Паркинсон сиренең үҫешеүе ихтимал, тип иҫкәртә белгестәр.

Дүртенсе ҡан төркөмө – донъяла иң йәше һәм иң аҙы. Был төркөмгә ҡарағандар башҡаларға ҡарағанда йышыраҡ һалҡын тейҙерә, йоғошло сирҙәр һәм гайморит уларҙы һағалап ҡына тора. Ҡартлыҡта хәтер һәм иғтибар­лылыҡ кәмеүе мөмкин, быға алдан әҙерләнергә, сирҙе иҫкәртергә кәрәк, ти белгестәр. Ҡан ойошоуы хас булғанлыҡтан, ҡандағы шәкәр һәм холестерин кимәлен башҡа­ларға ҡарағанда йышыраҡ күҙә­тергә тура киләсәк. Америка ғалимдары раҫлауынса, дүртенсе төркөм вәкилдәренең хәтер һәм фекерләү буйынса проблемаһы күҙәтелмәгән. Эксперименттар шул хаҡта һөйләй.
Ғөмүмән, кеше ниндәй генә ҡан төркөмөнә эйә булһа ла, һаулығына һаҡсыл, иғтибарлы булғанда ғына оҙайлы, сәләмәт тормош кисерәсәк.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
Читайте нас: