Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Август 2020, 23:31

Хәҙер тотош илдә тыйылды

Башҡортостандағы кеүек тыйыу тотош Рәсәй биләмәһендә ғәмәлгә инде.

Башҡортостандағы кеүек электрон сигареттарҙы һатыуҙы тыйыу хәҙер тотош Рәсәй биләмәһендә лә ғәмәлгә инде.
Рәсәйҙә граждандарҙың сәләмәтлеген составында никотин булған продукцияны файҙаланыуҙың эҙемтәләренән һаҡлау мәсьәләһе буйынса айырым закон акттарына үҙгәрештәр көсөнә инде.
– Тәмәке тартыу буйынса Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә индерелгән барлыҡ тыйыу саралары хәҙер никотин булған продукцияға ла ҡағыласаҡ, – тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Федераль закон йәһәтенән бәлиғ булмағандарға һәм йәмәғәт урындарында никотиндан торған продукцияны, шул иҫәптән вейптарҙы, электрон сигареттарҙы һәм кальянды файҙаланыу тыйылған.
Республика парламенты етәксеһе былтыр сентябрҙә ошондай тауарҙарҙы балаларға һатыуҙы тыйыуҙың ғәмәлгә индерелеүе хаҡында әйтте. Был закон республика парламентарийҙары тарафынан балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау маҡсатында эшләнгән. Федераль парламентарийҙар ҙа был тыйыуҙың ошо сәбәпле индерелеүен аңлатҡан.
– Бала организмы өсөн никотиндың зыянлы икәнлеге бер ниндәй шик тыуҙырмай. Ә бына электрон сигареттарҙы файҙаланыуға килгәндә, был процесс алама ғәҙәттең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, – тине Константин Толкачев. – Күп осраҡтарҙа үҫмерҙәр ошондай төрлө ҡулайламаларҙан һуң ғәҙәти сигареттарға күсеүсән. Тартыу ғәҙәте иһә бәйлелеккә килтереүсән.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай спикеры фекеренсә, никотин булған продукцияны һатыуҙы сикләү сәләмәт тормошто пропагандалау һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу менән бергә алып барылырға тейеш.
Фото: anedelya.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: