Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Август 2020, 11:12

СИРЛЕЛӘР ТӘҮЛЕК ЭСЕНДӘ ЙӘНӘ 35-КӘ АРТТЫ

.

Гульдар Кинзябаева

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны тәүлек эсендә йәнә 35-кә артты. Стопкоронавирус.рф мәғлүмәттәре шуны раҫлай. Пандемия осоронда сирҙе йоҡторғандар 7 162 кешегә еткән.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 5 102 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Вирусты йоҡторғандар һаны илдә 900 меңдән ашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлектә 129 ауырыу сирҙән вафат булған.
Барығыҙҙы ла санитария-гигиена талаптарын ҡәтғи үтәргә саҡырабыҙ, һаулыҡтың үҙ ҡулығыҙҙа икәнен хәтерҙә тотоғоҙ.
Читайте нас: