Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Август 2020, 11:24

СИР СИГЕНМӘЙ ӘЛЕ...

.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 35 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 7059-ға етте. Һауыҡҡандар – 5370 (һуңғы тәүлектә 8 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 25. Республика стационарҙарында – 298 (шул иҫәптән 29 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 9-ы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1366 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 639 051 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 8201.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 67 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 41 кеше дауахананан сығарылған.
Фото: rbk.ru

Гульдар Кинзябаева

Читайте нас: