Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Август 2020, 11:04

БУШЛАЙ ТЕСТ ҮТЕРГӘ МӨМКИН

/

“Беләм, ышанам, яҡланғанмын” – был Башҡортостан Башлығы грантында еңеүсе проект. Проектҡа ярашлы бынан ары Күп функциялы үҙәктәрҙең иң әүҙем һәм 30 йәштән өлкәнерәктәр күп йөрөй торған пункттарында ВИЧ-ҡа анализ биреү өсөн мобиль майҙансыҡтар булдырыласаҡ. Унда был сир тураһында тулы мәғлүмәт алырға һәм шунда уҡ бушлай тест үтергә мөмкин.
“Уңайлы мөхит” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Күп функциялы үҙәктәр араһында төҙөлгән килешеү арҡаһында уларҙың биләмәһендә тест үткәреү пунктарын асырға рөхсәт иткәндәр. Бында “ВИЧ- инфекцияһын иҫкәртеү” тураһындағы 3.1.5.2826-10 һанлы ҡағиҙәләрҙә билдәләнгән барлыҡ санитар һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлә.
Был пункттар йәй көнө эш ваҡытында 17 сәғәттән үҙәк ябылғансы, ә ҡышын һәм ял көндәрендә 12 сәғәттән эшләйәсәк. Урындарҙа шәфҡәт туташы һәм социаль хеҙмәткәр эшләйәсәк, улар барлыҡ талаптарҙы үтәп медицина анализын аласаҡ һәм клиентҡа консультация бирәсәк, уның барлыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк.
Проектта ирекмәндәр ҙә ҡатнашасаҡ, улар көн дауамында баҫма продукция таратасаҡ, бында ВИЧ-ҡа тест үтеү мөмкинлеге тураһында һөйләйәсәк.
Тест тапшырырға теләгегеҙ бармы? Бар икән аҙна һайын “Башкирия” сауҙа үҙәгендә шишәмбе 17 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем КФҮ-нә инә торған ерҙә тапшырырға мөмкин. Коронавирус инфекцияһы йоғоу ҡурҡынысы бөткәс, тағы ике пункт асыласаҡ тип планлаштырыла.
Был проектты 4 августан алып 2021 йылдың 31 майына тиклем тормошҡа ашырыу планлаштырыла.
Гульдар Кинзябаева.
Читайте нас: