Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Август 2020, 22:11

Юғары әҙерлек режимында үҙгәрештәр

Автобуста битлекһеҙ йөрөү ҡәтғи тыйыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 7 августа коронавирус таралыу ҡурҡынысы янау сәбәпле элек индерелгән юғары әҙерлек режимына яңы үҙгәрештәр индерҙе.
Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған, үҙгәрештәр ҡул ҡуйылған көндән үҙ көсөнә инә.
Документ нигеҙендә, бөтә сауҙа объекттары, финанс ойошмалары, медицина учреждениелары һәм халыҡ күпләп йыйыла торған башҡа урындар көн һайын тулы дезинфекция үткәрергә тейеш, халыҡты шәхси һаҡланыу сараларынан тыш эскә индереү тыйыла.
Шулай уҡ яңы ҡағиҙәләр буйынса «Башавтотранс»тың бөтә автобустарында дезинфекция саралары булырға тейеш, ә пассажирҙарға салонда битлекһеҙ йөрөү ҡәтғи тыйыла.

Фото:Utv.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: