Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Август 2020, 23:32

Коронавирус менән сирләгәндәр, һеҙҙең өсөн!

Улар тапшырған плазма ауыр хәлдәгеләрҙең ғүмерен ҡотҡара ала.

Ағымдағы йылдың май айында баш ҡалала COVID-19 менән сирләгән донорҙан тәүге иммун, амотосален һәм ультрафиолет менән патогенредуцирлаштырылған А плазма алынған. Унан тыш, Республика Ҡан ҡойоу станцияһы Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә яңы коронавирус инфекцияһын кисергән COVID-19 донор-реконвалесценттарҙың базаһын булдыра башлаған.
Вирусҡа ҡаршы вакцина әлегә булдырылмаған, шуға ла коронавирус инфекцияһы менән сирләүсе ауыр хәлдәге пациенттарға реконвалесцент плазмаһын ҡойоу һөҙөмтәле альтернатив алым булып тора.
Әйткәндәй плазма әҙерләү буйынса беҙҙең төбәк, Мәскәү һәм Свердловск өлкәһенән ҡала өсөнсө урында тора. Плазма әҙерләү күләме буйынса иһә Башҡортостанға етеүсе төбәк юҡ.
Билдәле булыуынса, инфекциялы сирҙе үткәргән кешенең организмында антиматдә, йәғни иммунитет барлыҡҡа килә.
Ошондай кешеләрҙән алынған плазма антиматдәләрҙең юғары титрҙарын күрһәтә һәм ул ауыр хәлдәге пациенттарҙы ҡотҡарыу мөмкинлеген бирә.
Ҡайһы бер көнүҙәк һорауҙарға Республика ҡан ҡойоу станияһының баш табибы Рәмил Хәмитов яуап бирҙе.

– Коронавирус менән сирләгәндәрҙең ҡаны дарыумы?
– Улай тип әйтеү бик үк дөрөҫ булмаҫ. Коронавирус менән сирләгән кешенең организмында антиматдә барлыҡҡа килә, шуға ла беҙ ауыр сирләгәндәр өсөн ундай донорҙарҙан алынған ҡанды файҙаланабыҙ. Антиматдә организмдағы вирусты танып белә һәм үлтерә, пациентҡа һауығырға ярҙам итә.
Был дауалауҙың бер төрө һәм бихисап илдәрҙә һөҙөмтәлелеге һыналған.
– Кем донор була ала?
– COVID-19 менән ауырыған һәр пациент. Тик ҡан тапшырыу өсөн сирләгәндән 14 көн үтергә тейеш. Тап ошо мәлдә организмда антиматдәләр һаны юғары була. Процедура 1,5 сәғәт тирәһе бара. Плазманы һәр ике аҙна һайын йыл дауамында тапшырыға мөмкин.
– Был хәүефһеҙме?
– Алынғандан һуң плазма бер нисә ай буйы карантинда һаҡлана, донор иһә өҫтәмә тикшереүҙәр үтә. Был алымдың альтернативаһы ла бар: вирусты һәм башҡа патогендарҙы махсус ҡоролмала инактивациялау. Был ҡоролманың хаҡы ҡиммәт, ул һәр төбәктә юҡ. Башҡортостанда иһә бар һәм беҙ уны ҡулланабыҙ.
Бындай махсус алым бөтә вирустарҙы таҙарта. Әгәр кеше аҙаҡҡа тиклем дауаланып бөтмәне, йә уның икенсе сирҙәре бар икән (хатта гепатит, ВИЧ булһа ла), плазма барыбер тап-таҙа һәм хәүефһеҙ буласаҡ. Уның аша сир йоҡтороу мөмкин түгел.
– Плазма донорҙарына ниндәй түләүҙәр тейеш?
– Башҡортостан Башлығы указы буйынса, түләү күләме туранан-тура антиковид плазмаһы күләменә бәйле. 300 миллилитрҙан аҙыраҡ булһа – 2500 һум, 450 миллилитрҙан да кәм булмаһа – 3750 һум, 600 миллилитр булған осраҡта – 5000 һум.
Унан тыш, донорҙарға дөйөм нигеҙҙә льготалар бар: плазма тапшырған көндө эшкә бармаҫҡа мөмкин; туҡланыу өсөн 500 һум бүленә; теләгән ваҡытты бер көн ял бирелә. Ял көндәрендә тапшырһағыҙ, ял көнө ике көн була.
Ҡан ҡойоу станцияһына плазма тапшырырға килгән кешеләр башҡалар өсөн хәүефһеҙ, сөнки улар һауыҡҡан һәм вирус сығанағы була алмай. Унан тыш беҙ өҫтәмә һаҡланыу саралары ла күрҙек: ябай донорҙар һәм плазма донорҙары айырым ағымдар менән тапшыра, махсус кабинеттар бүленгән.
– Әлеге ваҡытта күпме плазма әҙерләнгән?
– Бөгөнгә тиклем 1100 антиковид плазмаһы әҙерләнгән, коронавирус инфекцияһын кисергән 300-ҙән ашыу кеше донор булған. Уларҙың 89-ҙы – Ҡыуатов исемендәге дауахана хеҙмәткәрҙәре. Медицина ойошмаларына 990 доза иммун плазмаһы тапшырылған, 500-ҙән ашыу пациент реципиент булған.
Плазма тапшырыу өсөн республика Ҡан ҡойоу станцияһына һәм уның филиалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Барлыҡ мәғлүмәт менән ойошманың http://rspkrb.ru һылтанмаһы буйынса рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Фото: cdnimg.rg.ru/img/content
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: