Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Июль 2020, 10:36

Мәкерле сир көслө булып сыҡты...

Билдәле спортсы Хәбиб Нурмагомедовтың атаһы, легендар тренер вафат булды.

Мәскәүҙә Хәбиб Нурмагомедовтың атаһы вафат булған. Был хаҡта Чечен Республикаһы етәксеһе Рамзан Ҡадиров Telegram-каналда хәбәр итә һәм спортсының ғаиләһенең ҙур ҡайғыһын уртаҡлаша.
“Дуҫтар, миңә ауыр хәбәр килде: Абдулманап Нурмагомедов был донъянан киткән. Чечен халҡы исеменән уның ғаиләһенең сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлашам. Ҡәрҙәшебеҙ үҙенән һуң яҡшы исемен һәм лайыҡлы нәҫел ҡалдырып китте”, – тип яҙа Рамзан Ҡадиров.
Билдәле спортсының атаһы 25 апрелдә коронавирусҡа шик менән дауаханаға эләгә, бер аҙҙан уға пневмония диагнозы ҡуйыла. 3 майҙа Мәскәүгә алып килгәс, спортсы комаға китә. Асыҡланыуынса, Абдулманап Нурмагомедовта был сир сәбәпле тромб барлыҡҡа килгән һәм инсультҡа килтергән. Уның йөрәгенә операция эшләйҙәр. 19 июндә билдәле тренерҙың сирҙе еңгәне хаҡында белдергәйнеләр, әммә Хәбиб атаһының ауыр хәлдә булыуы тураһында әйтте. Шулай итеп, спорт донъяһы ауыр юғалтыу кисерҙе. Мәкерле сир көслө булып сыҡты...
Фото: sportmk.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: