Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
28 Июнь 2020, 00:38

“Башҡараһы эштәр күп әле”

Медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләүгә арналған бөгөнгө саралар мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләүгә арналған бөгөнгө саралар мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Иң тәүҙә төбәк етәксеһе әлеге байрамды үткәреүҙең төп әһәмиәтен, уның ниндәй маҡсат менән ойошторолоуын билдәләп үтте.
“Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө – ул дәүләт байрамы. Был сара – уларҙың ауыр хеҙмәте, ныҡлығы, ҡаһарманлығы өсөн “Рәхмәт!” тип әйтеү теләге. Ни өсөн тигәндә, был айҙарҙа төп ауырлыҡ тап улар иңенә төштө. Дауаханаларҙа эшләгән бихисап медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә сир йоҡторҙо.
Был – бик әһәмиәтле тарих, бөгөн беҙ барлыҡ көстө медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен иң яҡшылар, иң лайыҡлылар итеп тойһон өсөн йүнәлттек”, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Журналистар республика Башлығына “Коронавирусҡа бәйле медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡараш нисек үҙгәрҙе?” тигән һорау ҙа бирҙе.
“Һәйбәт һорау. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа беҙ һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бүлдек. Әммә коронавирусҡа бәйле хәл медицинаға ғына түгел, был өлкәлә эшләгән кешеләргә – табиптарға, фельдшерҙарға, санитарҙарға ла иғтибар-хәстәрҙе арттырыу зарурлығын күрһәтте. Беҙгә был йәһәттән башҡараһы эштәр бар әле”, - тип яуапланы төбәк етәксеһе.
Фото: Башинформ.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: