Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында тантаналы сара үтте. Унда тармаҡ эшсәндәре һәм ветерандары ҡатнашты.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов изге һөнәр эйәләрен байрамдары менән ҡотлап, кеше өсөн иң мөһим булған ғүмер һәм һаулыҡтың улар ҡулында булыуын билдәләне.
Ауыр осорҙа, коронавирусҡа бәйле эпидемия ваҡытында, һәр урындағы кеүек, Хәйбулланың медицина хеҙмәткәрҙәренә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәлде. Был хаҡта байрам уңайынан ҡотлау һүҙҙәрендә район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин да әйтте. Тантанала һөнәр оҫталарына рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды, иҫтәлекле бүләктәр бирелде. Район мәҙәниәт йорто артистары аҡ халатлыларға матур концерт күрһәтте, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Тормошта ниндәй генә хәлдәр булыуға ҡарамаҫтан, табиптар һәр саҡ алғы сафта барған һәм шулай дауам итә. Миһырбанлы, изге йөрәкле медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән йәнә бер тапҡыр ҡотлайбыҙ, уларға һаулыҡ, ғаиләләрендә бәхет, татыулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Фотолар Хәйбулла район хакимиәте сайты, Рөстәм Шәриповтың сәхифәһенән.