«Һуғыш, террорсылыҡ акттары, тәбиғи бәлә-ҡазалар һәм һәләкәт ваҡытында ярҙам күрһәткән табиптарға махсус премия» номинацияһында Мәскәү, Ҡазан, Иркутск, Өфө, Сыктывкар, Хабаровск, Мәскәү өлкәһе, Байкал аръяғы һәм Приморье крайынан иң яҡшы 32 табип "Һәләт" медицина премияһы менән бүләкләнде. Улар яңы коронавирус инфекцияһы ҡурҡынысы янағанда Рәсәйҙең санитар хәүефһеҙлеген тәьмин иткән өсөн баһаланды.