Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Июнь 2020, 23:55

Башҡортостанда үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған коронавируслы пациенттар һаны йәнә артҡан

*

Башҡортостан дауаханаларында тәүлек эсендә үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж яңы коронавирус инфекция диагнозлы пациенттар һаны дүрт кешегә артҡан. Шулай итеп, 10 июнгә республикала үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған сирлеләрҙең дөйөм һаны – 12. 28 кешенең хәле ауыр тип баһалана. Тәүлек эсендә уларҙың һаны өсәүгә кәмегән.
«Уҙған тәүлектә 135 кеше һауығып сыҡҡан. Ошо осорҙа бөтәһе 1640 кеше һауыҡҡан», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
1470 пациент яңы коронавирустан өйҙә дауалана, сөнки инфекцияны еңел формала үткәрә. Стационарҙа – 1066.
Һуңғы тәүлектә лаборатория хеҙмәткәрҙәре 6016 тикшереү үткәргән, 5714 кеше тикшерелгән.
Читайте нас: