Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Май 2020, 21:02

Өфөлә коронавирусҡа шик булған пациенттың үлеме тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелде

*

Өфөлә 20 майҙа кисен 18-се ҡала дауаханаһында ғәҙәттән тыш хәл булған: медицина учреждениеһының тәҙрәһе аҫтында үле кеше табылған. Алдан хәбәр ителгәнсә, пациенттың коронавирус йоҡтороу сәбәпле үҙ-үҙенә ҡул һалыуы ихтимал. Бөгөн «Башинформ» агентлығына республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан уның 69 йәшлек ханым булыуын хәбәр иттеләр.
«Ханымда коронавирус инфекцияһы раҫланмаған, ә шик кенә булған», — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Сығанаҡ мәғлүмәттәре буйынса, ул психик сирҙән яфаланған.
Читайте нас: