Хәйбулла хәбәрҙәре
-7 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
19 Май 2020, 10:57
Табиптарға ғына түгел, водителдәргә лә аҡса түләнә
*
Рәсәй Хөкүмәте 15 майҙа коронавирус сире асыҡланған граждандарға ашығыс ярҙам күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү түләүҙәренә ҡағылышлы 484-се ҡарарына үҙгәреш индерҙе, тип хәбәр итә "Молодежная газета" баҫмаһы.
Әлегә тиклем табиптарға айына – 50 мең һум, урта һәм кесе медицина персоналына, ашығыс медицина ярҙамы водителдәренә 25 мең һум түләү ҡаралғайны. Пациенттарға стационар шарттарында ярҙам күрһәткән табиптарға – айына 80 мең, урта медицина персоналына – 50 мең, кесе медицина персоналына 25 мең һум өҫтәмә түләү бирелде. Хеҙмәт хаҡына дәртләндереү рәүешендәге өҫтәмә аҡсаны барыһы ла эшләп уҙғарылған фактик ваҡыт өсөн тәғәйен күләмдә алды.
Үҙгәреш индерелгән ҡарарҙа “эшләп уҙғарылған фактик ваҡыт өсөн” тигән һүҙҙәр алып ташланған, пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатнашҡан ашығыс ярҙам, шулай уҡ транспорт компаниялары водителдәренә дәртләндереү аҡсаһы билдәләнгән. Отпуск ялына сығыу, ауырып китеү сәбәпле айлыҡ норманы тулыһынса эшләп бөтмәгән хеҙмәткәрҙәргә был аҡса күләме ҡайтанан иҫәпләнгән.
Башҡортостанда дәртләндереү аҡсаһы 16-18 майҙа медицина хеҙмәткәрҙәренә түләнгән. Шулай уҡ аутсорсер булған транспорт компаниялары менән килешеү төҙөлгән һәм водителдәргә апрелгә түләү өсөн аҡса уларҙың иҫәбенә 17 майҙа тулыһынса күсерелгән.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Tabiptar-a-ina-t-gel-voditeld-rg-l-a-sa-t-l-n-275262/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин