Ирекмәндәр тарафынан бер көн эсендә кешеләргә 300-ән ашыу медицина битлектәре бушлай өләшелде. Был акция хәйбуллаларҙы битлек режимына иғтибар йүнәлтеү маҡсатында уҙғарылды. Ни тиһәң дә бөгөн был тормоштоң ябай булмаған тарихи этабын үтеүҙең ҡатмарлылыҡ кимәле һәр беребеҙҙән тора. “Битлектәр кейегеҙ – үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы ҡурсалағыҙ!” – тип район халҡына мөрәжәғәт итә ирекмәндәр.