Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
14 Май 2020, 15:50

Наил менән хушлаштылар...

Яҡташыбыҙҙың исеме “Хәтер исемлеге”нә индерелгән. Был исемлеккә коронавирустан һәләк булған табиптар яҙыла.

Мәкерле коронавирус бер кемде лә аямай. Мәскәү өлкәһендәге Егорьевск үҙәк дауаханаһында эшләгән яҡташыбыҙ, табип Наил Саматовтың ошо инфекциянан һәләк булғаны тураһында хәбәр иткәйнек.
Егет сығышы менән Салауат районының Ахун ауылынан булып сыҡты. Уға ни бары 28 йәш ине. “На земле Салавата” баҫмаһы белдереүенсә, уны ошо көндәрҙә тыуған ауылына алып ҡайтып ерләгәндәр. Табут ябыҡ булған, уны биш кеше һаҡлыҡ костюмында күмгән. Аңлашыла, артыҡ кешене индермәгәндәр.
Наил Янғантау урта мәктәбен тамамлағас, Башҡортостан дәүләт медицина университетында уҡыған. Былтыр уны тамамлап диплом алған. Егорьевск ҡалаһының 3-сө поликлиникаһына эшкә ул быйыл 30 ғинуарҙа урынлашҡан булған. COVID-19 инфекцияһын пациенттың йортона саҡырыуға барған саҡта йоҡторған.
Яҡташыбыҙҙың исеме “Хәтер исемлеге”нә индерелгән. Был исемлеккә коронавирустан һәләк булған табиптар яҙыла.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: