Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Апрель 2020, 18:18

Ҡытайҙан ярҙамға табиптар килгәнме?

/

Онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта белгестәр республика халҡын борсоған төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.
Мәҫәлән, коронавирус менән сирләгән пациенттар ҡайһы дауаханаларҙа ята? Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 116 госпитализацияланған сирленең 29-ы Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, баш ҡаланың йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында – 56, Дим биҫтәһендәге госпиталдә – һигеҙ кешенең, шулай уҡ Октябрьский, Нефтекама, Күмертау, Сибай, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Дүртөйлө, Туймазы ҡалаларындағы, Бөрйән, Иҫәнғол райондарындағы дауаханаларҙа ла короновирус менән сирләгән кешеләрҙең барлығын әйтте.
Республикалағы ике дауаханала экстракорпораль мембраналы оксигенация аппараты (ЭКМО) бар: береһе Ғ. Ҡыуатов исемендәге дауаханала, икенсеһе Дим биҫтәһендәге госпиталдә. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, был ҡорамал үпкә һулау функцияһын юғалтҡанда ҡулланыла, ошо ағза протезы ролен үтәй һәм үпкәне яһалма елләтеү аппараттарынан ҡеүәтлерәк, тип иҫәпләнә.
Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы хәлгә килгәндә, унда эшлекле мөхит булдырылған, барыһы ла яйға һалынған, тине министр. Кисәнән башлап баш ҡала хакимиәте ярҙамында дауахананан йыраҡ түгел учреждениелағы персоналға һәм пациенттарға шәхси әйберҙәр, тормош кәрәк-яраҡтары тапшырыу өсөн махсус пункт ойошторолған. Карантиндағы биләмәгә әйберҙәрҙе махсус тәғәйенләнгән кешеләр индерә.
Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостанға Ҡытайҙан ярҙамға табиптар килгән икән тигән хәбәр таралғанға иһә Максим Забелин Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша рәсми рәүештә бер генә Ҡытай табибы ла килгәне юҡ, тип белдерҙе.
Фото: img.rosbalt.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/itay-an-yar-am-a-tabiptar-kilg-nme-220848/
Читайте нас: