Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Апрель 2020, 17:24

Тәмәке тартыусылар өсөн коронавирус айырыуса хәүефле

Онколог Владимир Левшин әйтеүенсә, тартыу өҫтәмә хәүеф факторы //

Н.Блохин исемендәге онкология буйынса милли медицина тикшереүе үҙәгенең бүлек мөдире, онколог Владимир Левшиндың Спутник радио эфирында сығыш яһағанда әйтеүе буйынса, тәмәке тартыусылар өсөн коронавирус өҫтәмә хәүеф тыуҙыра.
“Хәҙер ҡайһы бер фейктар тәмәке тартыу вирустан һаҡлай тип яҙа. Был дөрөҫ түгел, киреһенсә, тәмәкеселәрҙә булған ауырыуҙар аша коронавирус инфекцияһы хәлде тағы ла ауырайта.
5-6 йыл рәттән тартҡан һәр кешелә хроник бронхит бар. Ә хроник бронхит булғанда пневмония менән ауырыу хәүефе тағы ла арта”,--ти Владимир Левшин.
Табип әйтеүенсә, әгәр тәмәке тартҡан кеше коронавирус менән ауырыһа, тәмәке тартмаған кеше организмы менән сағыштырғанда, уның сәләмәтлегенә етди эҙемтәләр буласаҡ.
Читайте нас: