Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
11 Апрель 2020, 00:41

Инфекция эргәлә, бөтөнләй яҡын!

Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә коронавирус менән ауырыуҙың 1786 осрағы теркәлгән, Башҡортостан буйынса 18 ( Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Күмертау, Сибай ҡалалары, Әлшәй, Ейәнсура һәм Ҡырмыҫҡалы райондары). //

Хөрмәтле хәйбуллалар, яҡташтар!
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә коронавирус менән ауырыуҙың 1786 осрағы теркәлгән, Башҡортостан буйынса 18 ( Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Күмертау, Сибай ҡалалары, Әлшәй, Ейәнсура һәм Ҡырмыҫҡалы райондары). Күрше Ырымбур өлкәһендә лә ауырыусылар бар.
Инфекция эргәлә, бөтөнләй яҡын! Хәл-торош сәғәт һайын үҙгәрә. Һеҙҙе үҙизоляция режимын күҙәтеүегеҙҙе һорайым.
Ата-әсәләр сикләү саралары ваҡытында балаларҙың башҡалар менән бәйләнештә булыуын мөмкин тиклем сикләгеҙ, уларҙы урамға сығармағыҙ.
Район халҡы урамда йөрөүсе йәштәр тураһында яҙа. Мин йәш быуынға өйҙә ҡалырға саҡырам. Был мәғлүмәткә етди ҡарағыҙ. Был, тәү сиратта, һеҙҙең сәләмәтлегегеҙ хаҡына эшләнә.
Беҙ ситтән ҡайтыусыларҙы тикшерәбеҙ, контролдә тотабыҙ, асыҡлайбыҙ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, үҙизоляция режимын боҙған өсөн административ яза ҡаралған. Быларҙың барыһы ла район халҡы мәнфәғәте өсөн эшләнә.
Алда ял көндәре, өйҙә ҡалығыҙ. Аңлайым, был ҡатмарлы. Әммә ул иң һөҙөмтәле сара.
Әйҙәгеҙ Еңеү юбилейы йылында берҙәмлек күрһәтеп, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһенән алынды
Читайте нас: