Изге күңелле кешеләр илгә бәлә килгәндә һынала. Был ысынлап та шулай. Коронавирус инфекцияһына бәйле, кемдәрҙер магазиндарҙа хаҡтарҙы арттырып, кеҫәһен байытырға тырышһа, икенселәр, киреһенсә, үҙ файҙаһын ҡайырмай, кешеләргә ярҙамға ашыға.
Дарыуханаларҙа битлек етмәүе һәр кемгә мәғлүм. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре тегеп, һатыуға күсте. Был ғәйеп түгел, ҡулың эш белә икән, рәхим ит, аҡса эшлә.
Ә бына Аҡъяр ауылынан Гөлнара һәм Ғәфүр Сәйфуллиндар маскаларҙы тегеп, бушлай тарата. “Ни булһа ла, кешеләр ауырымаһын, барыһы ла сәләмәт булһын”,--ти улар.
--Үҙизоляция тигәс, 3-4 көн өйҙә ултырып, ялҡып киттем. Нимә менәндер шөғөлләнге килә. Интернет селтәрендә берәү битлек һатам тип яҙғас, шылтыратып һораштым. Баҡтиһәң, кешеләр сиратҡа яҙылып ала икән. Ҡулым эш рәтен белә, теген машинкам бар тип уйлап, кешеләргә ярҙам йөҙөнән бушлай тегергә булдым. Тәүҙә үҙ материалым булғансы тектем, уныһы бөткәс, социаль селтәрҙә кемдә битлеккә ярашлы тауар бар, алып килегеҙ тип яҙҙым. Изге кешеләр күп барыбер. Садовыйҙан Алексей Червяков шунда уҡ яуап яҙҙы. Бер рулон ҡара төҫтәгә кизе-мамыҡ туҡыма алып килде. Ирем Ғәфүр Ғәлиаслан улы туҡыманы ҡырҡып, үтекләп ярҙам итте.
Әлеге ваҡытта 500-гә яҡын кешегә бушлай битлектәр тараттыҡ. Балалар өсөн һораусылар ҙа бар,--тине Гөлнара Сәйфуллина.
Афарин, изге күңелле Гөлнара һәм Ғәфүр Сәйфуллиндарға. Бына ошондай кешеләр булғанда, бер ниндәй замана афәте лә беҙгә ҡурҡыныс түгел